Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2020, 10:40

Киләһе аҙна тотош илдә ял тип иғлан ителде

#ВладимирПутин

Маҡсаты - коронавирустың тиҙ арала таралыуын сикләү. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт хаҡы ла һаҡланасаҡ. Өҫтәмә каникулдар һаулыҡ һаҡлау, финанс учреждениелар, транспорт өлкәһе һәм дәүләт власы органдарына ҡағылмай. Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн граждандарға мөрәжәғәт итте. Унда пандемияға бәйле йәшәйештең төрлө өлкәләренә ҡағылышлы тәҡдимдәр яңғыраны.
Тәү сиратта халыҡ сәләмәтлеге. Йәмғиәткә хәүеф янаған мәлдә мөһим сәйәси кампаниялар ҙа күсерелергә тейеш. Владимир Путин Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса һайлауҙарҙы ла билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерҙе. Пандемия мәжбүр итә. Ил башлығы хатта, өлкәндәргә лә каникулға китергә тәҡдим итте. Әлбиттә, хеҙмәт хаҡы һаҡланасаҡ.
Шул уҡ ваҡытта эш биреүселәргә лә каникул индерелә. Бәләкәй, урта һәм микро ойошмалар һалымдан алты айға азат ителә. Уларға өҫтәмә хаҡтарға һалымды ғына түләргә кәрәк буласаҡ. Ауыр иҡтисади шарттарҙа дәүләт ярҙамына мохтаж граждандар айырыуса ауырлыҡтар кисерә. Ил башлығы барлыҡ түләүҙәрҙең һаҡланасағы һәм айырым категорияға арттырырға кәрәклеген дә белдерҙе.
#ВладимирПутин
Читайте нас: