Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2020, 10:43

Яҙыусы Камил Йыһаншинды Президент бүләкләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йылда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә президент премияларын биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйған. Лауреаттар араһында билдәле яҙыусы, сәйәхәтсе Камил Йыһаншин да бар.....

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йылда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә президент премияларын биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйған.
Лауреаттар араһында билдәле яҙыусы, сәйәхәтсе Камил Йыһаншин да бар. Ул беҙҙең балалар әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн наградаланды. Камил Фәрухша улы был бүләкте үҙ ғүмерендәге иң юғары баһаларҙың береһе тип белдерә.
Камил Фәрухша улы Рәсәйҙә киң билдәле яҙыусыларҙың береһе. Алыҫ Көнсығышта йәшәгән, күп сәйәхәт иткән. Башҡортостан һәм Себер киңлектәрен геология партиялары сафында урап сыҡҡан, һунарсы, инженер булып эшләгән. Биш йыл Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенә етәкселек иткән. Тиҫтәләрсә китап авторы, Рәсәйҙәге төрлө әҙәби премиялар лауреаты. Яҙыусының ижадында Башҡортостан тәбиғәте, йәнлектәре тураһындағы әҫәрҙәр ҙур урын алып тора.
Яҙыусыны сираттағы ҡаҙанышы менән ҡотлайбыҙ һәм һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас в