Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2020, 12:50

ТЫШАУЛЫ ТОЛПАР

ТЫШАУЛЫ ТОЛПАР

Зөлфиә Ханнанова
Кәртә эсендә бер толпар тора.
Ҡарау шәптер, ахыры – төйөрөм.
Ярһый ҙа бит малҡай, нимә ҡылһын
Юғалтҡан ул үҙенең өйөрөн.

Аяуһыҙ ҙа йәнле хужалары
Аҡылдарын әллә юйғандар:
Йөк атына тиңләп сабыш атын,
Аяҡтарын тышап ҡуйғандар.

Яҡшы атты эләктерҙек, тиеп,
Ҡыуаналыр улар табышҡа…
Ирек даулай толпар! Ирек кәрәк
Әҙерләнер өсөн сабышҡа.

Их, ҡанатһыҙ толпар! Мин дә күптән
Егелгәнмен инде тәртәгә.
Ярһыуҙарым һыймай йөрәгемә,
Хыялдарым һыймай кәртәгә.

Күптән уҙышҡан юҡ. Мин дә хәҙер
Бәйгеләрҙә килмәм иң алдан:
Аяғымды ҡуша тышанылар
Төңөлдөрөр өсөн хыялдан.

Еңелдем мин, әммә төңөлмәнем,
Рухым һыймай сынйыр бигенә.
Был донъяла тик көсһөҙҙәр генә
Хыялынан артҡа сигенә!
Читайте нас: