1830 йылда холера таралып, Мәскәүгә юлдарҙы ябып ҡуялар. Бөйөк шағир Пушкин Болдинға ҡасып өлгөрә. Бында уға өс айға ҡалырға тура килә. Карантин осоронда ул көнөнә бер шиғыр яҙып, тиҫтәләгән әҫәрен ослап өлгөрә.
Атап әйкәндә:
30-ҙан артыҡ шиғыр (шуларҙың араһында иң билдәлеләре «Бесы», «Заклинание», «Элегия», «Моя родословная»);
«Сказку о попе и о работнике его Балде»;
«Повести Белкина»: «Метель», «Барышня-крестьянка», «Станционный смотритель», «Выстрел», «Гробовщик»;
«Евгения Онегин»дың ике бүлеге;
«Маленькие трагедии»: «Скупой рыцарь», «Моцарт и Сальери», «Каменный гость», «Пир во время чумы»;
«Домик в Коломне».
Пушкин туҡталған Болдин хужалығы барлыҡ илгә билдәле була. Ул бында атта һыбай йөрөй, көн дә һыу инә, бөтнөк сәйе эсә. Шағир көндәлектәрендә яҙыуынса, бындай осраҡта иң мөһиме – рух күтәренкелеге.