Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре халыҡты коронавирус таралыуҙан һаҡлау маҡсатында акция башланы. Уҡыусылар телефон аша үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте өйөнә алдыра ала. Китапханасылар һайланған китаптарҙы билдәләнгән адресҡа үҙҙә реилтеп бирә.
Был акция тәү сиратта хаҡлы ялдағылар һәм мөмкинлектәре сикләнгән замандаштарыбыҙға йүнәлтелә. Хәүефле вирус оло йәштәгеләр һәм хроник сирҙәре булған кешеләргә янай. Шул сәбәпле белгестәр уларға өйҙәренән сыҡмаҫҡа кәңәш итә.
Ә китапханасылар әҙәбиәт һөйөүселәрҙе карантин ваҡытында ла китаптарҙан айырмаҫ.