Республика Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында Указ сығарҙы.
Документҡа ярашлы ойоштороу комитеты төҙөлә. Уға сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү планын төҙөү бурысы йөкмәтелә.
Совет башҡорт әҙәбиәтенең классигы булып иҫәпләнгән Мәжит Ғафуриҙың исеме республикала тотош бер районға бирелгән, Өфөлә уның исемендәге парк бар, шулай уҡ Башҡорт академия драма театры ла халыҡ шағирының исемен йөрөтә. Театр алдында әҙипкә һәйкәл ҡуйылған.