Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың өс осрағы билдәле булды. Ике кеше Австриянан ҡайтҡан, тағы берәүһе вирусты Мәскәүҙә эләктергән булырға тейеш. Уларҙың барыһы ла изоляцияланған;
▪кисә, 23 мартта, Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимын көсәйтергә: бөтә кинотеатрҙарҙы һәм бассейндарҙы ябырға, 50-нән ашыу кеше ҡатнашлығындағы сараларҙы тыйырға һәм Башҡортостанда тағы ике обсерватор әҙерләргә ҡушты. Татарстан һәм Силәбе өлкәһе менән сиктә;
▪Рәсәйҙә хөкүмәт ҡушыуы буйынса Все.онлайн сайты эшләй, унда карантин ваҡытына файҙалы сервистар: онлайн белем биреү сайттары, онлайн кинотеатрҙар, китаптар, уйындар, өйгә аҙыҡ-түлек килтереүгә заказ биреү һәм башҡалар тупланған. Тағы ла бер тапҡыр сайттың адресы ВСЕ.ОНЛАЙН
▪23 мартта уҡыусыларҙың каникулы алдан иғлан ителгәнсә 6 апрелгә тиклем түгел, ә 2 апрелгә хәтлем дауам итә. Уҡытыу алыҫтан тороп алып барыла.
▪каникул ваҡытында түңәрәктәр һәм секциялар эшләмәй;
▪поликлиникалар өлкәндәрҙе планға ярашлы диспансерлаштырыуҙы туҡтата;
▪Радий Хәбиров отпускыға киткән бөтә район башлыҡтарына эшкә сығырға ҡушты;
▪сит илдән ҡайтҡандарҙың барыһын да коронавирусҡа тест үткәрә башлайҙар;
- эш биреүселәргә рәсми рәүештә хеҙмәткәрҙәрҙе алыҫтан тороп эшләүгә күсерергә тәҡдим ителде.