Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирус таралыу бәйле өйҙән тороп эшләргә уйламай. Уҙған йома Песков, Путинда яңы ауырыу билдәләре юҡ, ул үҙен бик яҡшы хис итә һәм тикшерергә кәрәкмәй, тигән ине.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, илдә коронавирус йоҡтороусылар һаны 367-гә еткән. Сирлеләрҙең күбеһе сит илдән килгән.
Йәкшәмбе көндө Германия канцлеры Ангела Меркель ауырыу табип менән аралашҡандан һуң карантинға китте. Алдағы көндәрҙә ул эштәрен өйөнән генә алып барасаҡ.