Италияла коронавирус арҡылы хәлдәр киҫкен тора. Италия премьер-министры Джузеппе Конте Рәсәй Президеты Владимир Путинға шылтыратып ярҙам һораны. Беҙҙең илдең етәкселеге фекеренсә, барлыҡ илдәр берҙәй ҡаршы торһа, мәкерле сирҙе еңеп буласаҡ.
Ошо көндәрҙә Италияға барлығы туғыҙ самолет осасаҡ, уларҙың һәр береһе йоғошло сирҙәр буйынса белгестәр, ҡорамалдар, дарыуҙар менән тәьмин ителгән. Рәсәй Оборона министрлығы гуманитар ярҙам өсөн яуаплы.
Донъя буйынса алғанда, коронавирус Италияла үтә ныҡ таралған, унда 500-ҙән артыҡ кеше һәләк булған.