Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2020, 17:25

КҮСТӘНӘС. Юмореска

Рәхмәй әсәһенең хәлен белмәксе булды. Бындай изге эшкә үҙе теләп тәүәккәлләне тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Командировкаһы шул тарафҡа тура килде. Тыуған яғына юл төшөп, ғәзиз әсәйенде лә күрмәй китеү - килешкән эш түгел инде.Дауамы

Рәхмәй әсәһенең хәлен белмәксе булды. Бындай изге эшкә үҙе теләп тәүәккәлләне тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Командировкаһы шул тарафҡа тура килде. Тыуған яғына юл төшөп, ғәзиз әсәйенде лә күрмәй китеү - килешкән эш түгел инде.

Эйе, һирәк ҡайта Рәхмәй ауылына. Һунғы тапҡыр ҡасан юл төштө һун әле? Ике йыл элек, буғай. Хат яҙырға ла ваҡыт табалмай бит, исмаһам. Эше муйындан. Ҡала ығы-зығыһы, мәшәҡәт, бала-саға, ҡатын каприздары, тигәндәй.

Бына әле юлға әҙерләнергә бөтөнләй ваҡыты булманы тиерлек. Әсәһенә күстәнәс алырға ла форсат таба алманы бит, исмаһам. Ҡарт кешегә әллә нәмә кәрәкмәй кәрәгеүен. Тәм-том, кәнфит-керәндил кеүек ваҡ-төйәк күтәреп ҡайтһан да ифрат һөйөнә әсәһе. Бер нәмә лә кәрәкмәй, һин үҙен миңә күстәнәс, ти...

Шулай итеп, Рәхмәй юлға күстәнәсһеҙ генә сығып китте. Хәйер, бынын өсөн артыҡ борсолманы. Кәнфит — ҡайҙа ла кәнфит инде ул, район үҙәгендә кибеткә һуғылырмын әле, тип йыуатты үҙен үҙе.

Әммә, хәйерсегә юл ҡаршы, тигәндәй, юлда машинаһы ватылыу сәбәпле, район үҙәгенә кибеттәр ябылыуға ғына барып етә алды Рәхмәй. Ә үҙенең ауылына иртәгәһен тан һарыһынан сығып китергә кәрәк ине.

Кәнфит — ҡайҙа ла кәнфит инде, юл өҫтөндә берәй кибет осрар әле, тип уйланы Рәхмәй был юлы ла. Әммә, әмәлгә ҡалғандай, ундағы берҙән-бер кибеттең дә ябыҡ сағына тура килде.

“Ярай, үҙебеҙҙең ауылда ла шул уҡ кәнфит инде, — тип тынысланды Рәхмәй, - күстәнәсте ауыл кибетенән генә инеп алырмын әле”.

Иртә унмаған — кис унмай, кис унмаған - һис унмай, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Ауыл кибете һатыусыһы тауар алырға киткән булып сыҡты. Әллә нитә бер ҡайтып, әсәһе алдына буш ҡул менән килеп инә алмай бит инде. Ни эшләргә? Уйла, Рәхмәй, уйла! Әһә, тапты бит юлын!..

Рәхмәй, өйҙәренә инер алдынан, башта шым ғына соланға - әсәһенен ваҡ-төйәк әйберҙәре һаҡланған урынға һуғылды...

Көтмәгәндә-нитмәгәндә өйҙә Рәхмәй пәйҙә булғас, әсәһе шатлығынан нимә эшләргә лә белмәне. Бер миҙгел, ҡайҙа һуғылырға белмәй, сәбәләнде, бөтөрөлдө. Унан һуң самауырына барып тотондо.

Ҡайнаған самауыр өҫтәлгә менеп ҡунаҡлағас, Рәхмәй, үҙенен крокодил тиреһенән эшләнгән ыҫпай портфелен асып, бәләкәй генә ҡағыҙ төргәктартып сығарҙы.

Бына, әсәй, әҙ генә күстәнәс алып ҡайтҡайным. Энә лә бүләк, дөйә лә бүләк, тигәндәй, ғәйеп итмәҫһең.

Ниндәй ғәйеп ти ул, балаҡайым. Бындай кәнфитте кисә үҙем дә алып ҡуйғайным кибеттән. Өйҙә бала-саға булмағас, тәм-том ашаусы ла юҡ. Юҡҡа мәшәҡәтләнгәнһең. Һин миңә үҙен күстәнәс, — тип өтәләнде әсәһе. — Әйҙә, әйҙә, етеш әле. Бына һиңә типһаҡлаған һары майым. Балынан ауыҙ ит. Ике йыл тора инде. Бал боҙолмай бит ул. Үрел әле, үрел. Үҙеңдең ризығыңа яҙған икән... Иртәгә тауыҡ салырбыҙ бына...

Рәхмәй, йәштәштәрҙе күрәйем әле, тип сығып киткәс, әсәһе, улының күстәнәс кәнфиттәрен яулыҡҡа төйнәп, соланға сығарып ҡуйҙы. Ғүмер буйы запаслы торорға күнеккән ул. Ана унда ике йыл элек йыйған мәтрүшкә бәйгәме эленеп тора, бынауы төйөнсөктә — кипкән ҡарағат, икенсеһендә — ҡурай еләге. Ә бына был ҙур төйөнсөктәрҙә тәм-том — кәнфит-шәкәр, өрөк, тигәндәй... Иғтибарлабыраҡ ҡараһа, кәнфит: төйөнсөгөнөң яртылаш кәмеүен шәйләр ине ул шәйләүен. Әммә иҫкә алманы. Мөлкәтен барлау ҡайғыһымы һуң? Һөйөнөсөнән ҡайҙа баҫҡанын да белмәй әсә. Рәхмәйе ҡайтҡан бит, Рәхмәтуллаһы! Әсәһенен хәлен белергә ҡайтҡан!.. Күстәнәс тейәп ҡайтҡан!..

Читайте нас: