“Ҡара бесәй” бандаһы тураһында шомло имеш-мимештәр йөрөгән осор. Яҙыусы Сәғит Агишҡа открытка килеп төшә. Унда: “Шул парктағы шул урынға шунса һум аҡса һалмаһағыҙ, үс аласаҡбыҙ!” – тип яҙылған һәм ҡара бесәй һүрәте төшөрөлгән. Ҡото осҡан Сәғит Агиш китә паркҡа. Тәғәйен ергә килеп еткәс, алан-йолан ҡарана ла, күрһәтелгән урынға аҡса ҡыҫтыра.
Ҡайтышлай дуҫ-иштәре тап була. Ағайҙы ресторанға индереп, эй һыйлай, ти, былар. Дуҡтарының ҡапыл йомшарып китеүенә аптырай икән Сәғит ағай. Ә “Ҡара бесәй”ле открытканы уларҙың ебәреүе башына инеп тә сыҡмай.
Редакция бүлмәһендә бер яҙыусы менән һөйләшеп ултыра инек Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов килеп инде. Яҙыусы һикереп тороп, уға табан атланы:
– Һаумы, Марат ағай! Бына, журналда минең хикәйәм сыҡты. Уҡыныңмы?
Марат ағай журналды ҡарап торҙо ла әйтеп ҡуйҙы:
– Улай икән... Күрмәнем шул. Ярай, һин шәп яҙаһың бит, уҡып тормаһам да була...