Рәсәй Президенты Владимир Путин Севастополь башлығы Михаил Развожаев менән осрашыу барышында коронавирус инфекцияһы таралыу фонында барлыҡ мөмкин булған ваҡиғалар үҫешенә әҙер булырға кәрәклеген әйтте.
Развожаев дәүләт башлығына инфекцияның таралыуын булдырмау маҡсатында төбәктә күрелә торған саралар тураһында һөйләне, әле 77 кешенең - йортта, 8 кешенең йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында контролдә тороуын күрһәтте.
- Нимә булһа ла, әҙер булырға кәрәк, шуға күрә һеҙ барыһын да дөрөҫ эшләйһегеҙ. Төбәктә булған хәлдәрҙе шәхсән контролдә тотоғоҙ, - тине уға Владимир Путин.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 11 мартта донъяла коронавирус пандемияһын иғлан итте. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәйҙә коронавирус 147 кешегә йоҡҡан, Башҡортостанда сирләүселәр юҡ.