Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2020, 11:49

Владимир Путин указға ҡул ҡуйҙы

22 апрелдә тауыш бирәсәкбеҙ.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Конституцияға индереләсәк төҙәтмәләр Конституцион суд тарафынан хуплау тапты. Конституцияға үҙгәрештәр индереү тәҡдимен Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдергәйне.
Үҙгәрештәр дәүләт ҡоролошоноң төрлө өлкәләренә ҡағыла. Шуларҙың береһе, хәҙер Рәсәйҙә минималь эш хаҡы йәшәү минимумынан кәм булмаҫҡа тейеш. Бының өсөн дәүләт яуаплы. Ҡайһы бер мәсьәләләр күп бәхәстәр тыуҙырҙы. Мәҫәлән, Владимир Путинға 2024 йылдағы Президент һайлауҙарында ҡатнашырға рөхсәт итеү.
Төп законға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү көнөнә бер ай самаһы ваҡыт ҡалып килә. Һайлау комиссиялары әҙерлек эштәрен башланы. Әйткәндәй, бына тиҙҙән өйҙән тауыш биреү өсөн ғаризалар ҡабул итәсәктәр.
#ВладимирПутин
Читайте нас: