Мөнир Сәхиулла улы "Ағиҙел"гә эшкә килгәс, сабатаһын түргә элеп ҡуйған. Ни өсөн?
Әгәр ҙә мин түрә булһам,
Ни эшләргә белер инем:
Иң беренсе - сабатаны
Түр башына элер инем!...
Онотмаҫҡа(!): сабаталы
Атайҙарҙың бил бөккәнен.
(Фажиғәләр башлана ул
Онотоуҙан ил үткәнен!)
Ҡыҫҡа беҙҙең хәтеребеҙ,
Тиҙ оноттоҡ сабатаны.
Оноттоҡ та, түр башына
Элек ҡуйҙыҡ "собаканы".
Кемегеҙҙер түрә булыр,
Ләкин шуны белеп ҡуйһын:
Түргә батша һынын түгел,
Сабатаны элеп ҡуйһын!
Салауат Әбүзәр.
Ә-ә-ә, баҡһаң... Хеҙмәт ҡәҙерен белер өсөн элгән икән сабатаһын.