Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" федераль программаһы өсөн тәҡдимдәр әҙерләү менән шөғөлләнә.
2019 йыл аҙағында Рәсәй Президенты Владимир Путин "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" федераль программаһын булдырырға ҡушты, ул һөнәрҙең абруйын арттырасаҡ һәм был өлкәлә хеҙмәткәрҙәргә ҡытлыҡ проблемаһын хәл итергә ярҙам итәсәк.
Мәҙәниәт министры тармаҡта күптән хеҙмәт итеүселәрҙең квалификацияһын күтәреү, ауылдарҙың һәм бәләкәй ҡалаларҙың мәҙәниәт учреждениеларына белгестәрҙе йәлеп итеүҙе мөһим бурыс тип атаны.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә "Ауыл уҡытыусыһы" программаһына ғаризалар ҡабул ителә, бер миллион һум күләмендәге аҡса алыу мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, тағы ла уҡытыусыларға автомобиль алыуға льготалар биреләсәк.