Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2020, 21:23

ҠУЙЫН ДӘФТӘРЕ – ИЖАД ХӘСТӘРЕ

Рафаэль Сафин шиғырҙарҙы иң оҫта һөйләүсе ине. Йырлай ҙа, гармунда ла һыҙҙырып уйнай. Ундай талантлы кеше өсөн, ғәҙәттә, йәмғиәт ҡуйған рамкалар тар булыусан. Әммә Рафаэль бер саҡта ла яһалма рамкаларҙы емермәне, шуның эсендә йәшәне.Мостай Кәрим, бер саҡ уның тураһында һүҙ сыҡҡас:

***
Рафаэль Сафин шиғырҙарҙы иң оҫта һөйләүсе ине. Йырлай ҙа, гармунда ла һыҙҙырып уйнай. Ундай талантлы кеше өсөн, ғәҙәттә, йәмғиәт ҡуйған рамкалар тар булыусан. Әммә Рафаэль бер саҡта ла яһалма рамкаларҙы емермәне, шуның эсендә йәшәне.
Мостай Кәрим, бер саҡ уның тураһында һүҙ сыҡҡас:
– Был Рафаэль, ҡартайғас, нимәһен һағынып иҫкә алыр икән? – тип әйтеп ҡуйҙы.
“Йәшлек йүләрлеге” өсөн, бәлки, уның ваҡыты ла ҡалмағандыр, ғүмер буйы Рәми Ғарипов кеүек шиғриәт тип йәшәне бит.
***
Шулай Мостай Кәрим менән Өфөнөң үҙәк урамында әҙәбиәт, тормош тураһында һөйләшеп йөрөйбөҙ. Урындағы түрәләр тураһында һүҙ сыҡҡас, ул өлкә комитеты секретары Миҙхәт Шакировҡа үпкәһен белдерҙе.
– Суслов уға Өфөгә ҡайтыу менән миңә персональ сәләм тапшырырға ҡушҡан. Шуны Шакиров миңә еткермәне, – тине ул.
Мине остазымдың шул тапшырылмаған сәләмгә ныҡ иғтибар итеүе аптыратты. Сусловтан персональ сәләм алыу уның өсөн ҙур шөһрәт булған, күрәһең. Шулайҙыр. Суслов ул заманда дәүләт башында ултырған икенсе кеше, йәғни идеология батшаһы ине. Ә Шакировтың уның сәләмен әйтмәй ҡалыуы бер ҙә иғтибарһыҙлыҡтан түгел, күпһенеүҙән булған, күрәһең. Бер кешенең даны икенсеһенекенән юғары булыуын күңеле ҡабул итмәгәндер.
Читайте нас: