Кибеттәргә аҙыҡ-түлек һәм тауарҙар ташыуҙа өҙөклөктәр булмаясаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин рәсәйлеләрҙе күпләп аҙыҡ-түлек алмаҫҡа саҡырҙы. Кибеттәргә аҙыҡ-түлек һәм тауарҙар ташыуҙа өҙөклөктәр булмаясаҡ. Ысынлап та, аҙаҡ сығарып ташларға тура килмәһен.
Ил башлығы премьер-министр Михаил Мишустин менән коронавирусты күҙәтеү һәм тикшереү үҙәгенә барып ҡайтты. Үҙәк белгестәре етәкселеккә кибет кәштәләренән бер нисә күренеште күрһәтте. Премьер ҙа башлыҡты ҡеүәтләп, халыҡты борсолмаҫҡа саҡыра, резервта ла запастар етәрлек.