Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2020, 15:20

Мари Ноғоманов

Шағир Барый Ноғоманов бер нисә ҡәләмдәше менән Ҡалтасы районында осрашыуҙар уҙҙырып йөрөйҙәр икән. Бер ауылдағы сығыштан һуң сәхнә артына бер нисә ҡатын килеп керә. Улар Барыйҙы һырып алалар.– Беҙ һине үҙебеҙгә алырға килдек! – тиҙәр улар.

Шағир Барый Ноғоманов бер нисә ҡәләмдәше менән Ҡалтасы районында осрашыуҙар уҙҙырып йөрөйҙәр икән. Бер ауылдағы сығыштан һуң сәхнә артына бер нисә ҡатын килеп керә. Улар Барыйҙы һырып алалар.
– Беҙ һине үҙебеҙгә алырға килдек! – тиҙәр улар.
– Нишләп мине генә? Минең иптәштәр ҙә бар . Уларҙы ташлап, үҙем генә барыу килешеп бөтмәҫ бит әле, – ти Барый.
– Улар кәрәкмәй, беҙгә һин генә кәрәк! Һин үҙебеҙҙең кеше! Теләһәң, күңелең булғансы беҙҙең ауылда ҡалырһың. Өйҙән өйгә йөрөтөп ҡунаҡ итербеҙ үҙеңде.
Барый, ҡырҡ сәбәп табып, бармай ҡала. Ә ҡайтырға сыҡҡанда уның күҙенә клуб алдына эленгән афиша салына. *һәм шул саҡ теге ҡатындарҙың уның үҙен генә ҡунаҡҡа саҡырыуҙарының серенә төшөнә. Баҡ тиһәң, афишалағы осрашыуҙа ҡатнашыусылар исемлегендә Барыйҙы Мари Ноғоманов тип яҙғандар. Ә уны ҡунаҡҡа саҡырыусылар күрше мари ауылынан икән дәһә!
* * *
Матбуғатта “Татарстан республикаһы” тигәнде ҡыҫҡартып ТР тип яҙалар. Һуңғы өндө аҙ ғына һуҙһаң, ул “тр–р–р!” булып яңғырай. Шулай тип егелгән атты туҡтаталар. Татарстан тигән ат үҙенә юл ярып сығып китмәһен, тип шикләнеүҙең бер билдәһе түгелме был?
Беҙҙең республиканы ла БР тип яҙып ҡуялар. Уны ла “б–р–р!” тип уҡыусылар барҙыр бит. Тик уға ниндәй мәғәнә һалалар икән?
Читайте нас: