Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2020, 14:56

Малаяҙҙа балалар баҡсаһы асылды

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Салауат районының Малаяҙ ауылында 95 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы кескәйҙәргә үҙ ишектәрен асты.
Ике ҡатлы бина бар заман талаптарына ярашлы итеп эшләнгән. Балалар баҡсаһының үҙ ашханаһы, спорт һәм музыка залдары бар. Социаль объект «Демография» милли проекты сиктәрендә сафҡа ингән.
Әйткәндәй, Салауат районының Янғантау ауылында ла 190 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөшө бара. Ул тиҙҙән сафҡа инәсәк.
Читайте нас: