Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2020, 12:38

Күренекле ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Хәлил Барлыбаев баҡыйлыҡҡа күсте

...

Мәскәүҙә 77-се йәшендә күренекле ғалим, иҡтисад, философия фәндәре докторы Хәлил Барлыбаевтың йөрәге тибеүҙән туҡтаған.
Хәлил Әбүбәкер улы Барлыбаев 1944 йылдың 5 ғинуарында Баймаҡ районының Йомаш ауылында тыуған, 1972 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. Хәлил Әбүбәкер улы оҙаҡ йылдар БДУ-ла эшләне, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһының 3‑сө саҡырылыш депутаты итеп һайланғас, республика, милләт мәнфәғәтенә эшләне. Башҡортостандан ситтә йәшәүенә ҡарамаҫтан, Мәскәүҙәге милләттәштәребеҙгә терәк-таяныс булды.
"Ағиҙел" редакцияһы мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Йәне йәннәттә булһын.
Читайте нас: