Был турала кисәге оператив кәңәшмәлә Республика башлығы белдерҙе. Медицина учреждениеһын тиҙ арала сафҡа индереү ихтыяжы тотош донъяға таралған мәкерле сир-короновирус менән бәйле. Әле Башҡортостанда теркәлгән осраҡтар юҡ, әммә уяулыҡты юғалтырға ярамай, тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш, меңдән ашыу кеше ҡатнашлығындағы эшлекле, мәҙәни, спорт сараларын уҙғарыу тыйыла. Ошо хаҡтағы күрһәтмәгә кисә Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, сит илдәргә, Рәсәйҙең хәүефле төбәктәренә сәфәрҙәр, командировкалар сикләнә. Ә Ҡытай, Көньяҡ Корея, Италия, Иран, Франция, Германия, Испаниянан ҡайтыусылар ике аҙна буйы өйҙән сыҡмаҫҡа, тикшереү үтергә тейеш. Ә табиптар әҙерлеген, инструктаж алыуын дауам итә, өҫтәмә рәүештә медицина битлектәренә заказ бирелгән.