Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2020, 21:19

22 апрелдә Конституцияға үҙгәрештәр индереүҙе халыҡ хәл итәсәк

#ВладимирПутин

Рәсәйҙең Федерация Советы ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереүҙе хупланы. Дәүләт Думаһы Владимир Путиндың бығаса булған президентлыҡ срогын юҡҡа сығарыу өсөн дә тауыш бирҙе, әммә әлегә ул көсөнә инмәгән, тип хәбәр итәләр парламенттың мәғлүмәт порталында.
22 апрель Конституцияға индереләсәк төҙәтмәләр халыҡ хуплауына сығарыла. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Конституцияға үҙгәрештәр унда ҡатнашҡан граждандарҙың яртыһынан артығы тарафынан хупланһа, РФ Конституцияһына төҙәтмә тураһындағы законда һәм РФ Конституцияһының 3–8 бүлектәрендә ҡаралған үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә. Тауыш биреү 22 апрелдә планлаштырыла. Үҙәк һайлау комиссияһы биш көн эсендә һөҙөмтәләрҙе иҫәпләргә һәм тағы өс көн эсендә уларҙы баҫтырырға тейеш.
Конституцияға төҙәтмәләрҙә Владимир Путиндың бығаса булған президентлыҡ срогын юҡҡа сығарыу тураһында ғына түгел, шулай уҡ эш хаҡы йәшәү минимумынан түбән булмаҫҡа тейешлеге, социаль түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү, никах институтын яҡлау һәм башҡалар тураһында ла һүҙ алып барыла.
#ВладимирПутин
Читайте нас: