Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2020, 21:43

Юнир Салауатов мәҙәктәре

Колхоз бөткәс, күптәр эшһеҙ ҡалды. Тик ғүмере буйы колхозда көтөүсе булған Нәбиулла ғына колхоз бөтөүҙе себен тешләгән хәтле лә күрмәне. Ул ауыл малдарын көтөүгә алып, эше лә, аҡсаһы ла, ҡәҙере лә булды.Ҡасандыр уны ҡатыны ташлап китә. Ләкин Нәбиулланы етем итмәйҙәр. Кис көтөүҙән ҡайтып барышлай бер тол ҡатын:– Нәбиулла, ин әле, һыйырым сатанлай, нәмә булды икән? – тип йорт алдына саҡыра. Нәбиулла ҡапҡа эсенә килеп инеүе була, хужабикә ҡапҡаны йоҙаҡ менән бикләй ҙә ҡуя.

Нәбиулла

Колхоз бөткәс, күптәр эшһеҙ ҡалды. Тик ғүмере буйы колхозда көтөүсе булған Нәбиулла ғына колхоз бөтөүҙе себен тешләгән хәтле лә күрмәне. Ул ауыл малдарын көтөүгә алып, эше лә, аҡсаһы ла, ҡәҙере лә булды.
Ҡасандыр уны ҡатыны ташлап китә. Ләкин Нәбиулланы етем итмәйҙәр. Кис көтөүҙән ҡайтып барышлай бер тол ҡатын:
– Нәбиулла, ин әле, һыйырым сатанлай, нәмә булды икән? – тип йорт алдына саҡыра. Нәбиулла ҡапҡа эсенә килеп инеүе була, хужабикә ҡапҡаны йоҙаҡ менән бикләй ҙә ҡуя. Шул минуттан Нәбиулла ул ҡатындың ире булып ҡала.
Байназар ауылында һуңғы көтөүсе булып, Нәбиулла донъя ҡуйҙы. Ләкин халыҡ уның хеҙмәтен, үҙен яратып хәтергә ала. Әйҙәгеҙ, ауылыбыҙҙағы берәй урамға Нәбиулланың исемен бирәйек, тип әйтеүселәр ҙә бар.
Тәкәләрҙең ҡарғышы төштө
Йәй ауылыма ҡайттым. Йәш сағынан алып ҡартайғансы ветфельдшер булып эшләгән Мәрфүға апайҙы осораттым.
–Ни хәлдәрҙә йәшәйһең, апай? – тип һаулыҡ һораштым.
–Юнир ҡустым, миңә аҡыл ҡартайғас ҡына инде бит. Күпме тәкәләрҙе, үгеҙҙәрҙе, айғырҙарҙы көйҙөрттөм. Уларҙың миңә ҡарғышы төштө. Мин бер ваҡытта ла кейәүгә сыға алманым, – тине ул.
Читайте нас: