Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2020, 12:21

Урмандар шаулап үҫһен!

#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында ҡабул ителгән "Экология" милли проектына ярашлы "Урмандарҙы һаҡлау" программаһы тормошҡа йылдам ашырыла.
Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов билдәләүенсә, әлеге проекттар урман хужалығында ғына түгел, урман янғындарын һүндереү хеҙмәттәрендә лә матди-техник базаны яңыртырға ярҙам иткән. Шулай уҡ урман ултыртыу буйынса ижтимағи экологик акцияларҙың даими үткәрелеп тороуы ҡыуаныслы күренеш. Уҙған йылдан башлап был саралар тағы ла күләмлерәк үтә башланы, республиканың ауыл-ҡалалары әүҙем йәшелләндерелә. 2019 йылда 600 гектар майҙанда 1,7 миллиондан артыҡ ағас ултырылған, был сараларҙа 300 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.
"Урмандарҙы һаҡлау" проектын бойомға ашырыу өсөн 198,2 миллион һум аҡса бүленде, 2020 йылға был сумма 211,2 миллион һум тәшкил итте. Экологик проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән Волга буйы федераль округында һәм ил буйынса Башҡортостан алдынғы урындарҙа килә.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: