Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡот осҡос вирус, коронавирус, таралмаһын өсөн сара күрергә мәжбүр булды – уның яңы күрһәтмәһе имзаланды.
Яңы инфекцияны профилактикалау маҡсатында, белем учреждениеларында кабинет системаһы туҡтатыла. Йәғни уҡыусылар кабинеттан кабинетҡа йөрөмәйәсәк, бер генә класс бүлмәһендә белем аласаҡ. Роспотребнадзор ҡушыуы буйынса, бинаға көн һайын дезинфекция уҙғарасаҡтар. Яҙғы каникулды оҙайтыу тураһында һүҙ алып барыла.
Рәсәй вуздары бер аҙ ваҡытҡа дистанцион уҡыуға күсәсәк. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары өйҙән уҡыуға күсеү мәсьәләһен хәл итә.
1000 кешенән дә күберәк халыҡ йыйылған мәҙәни, спорт, эшлекле сараларҙы үткәреү тыйылды.
Радий Хәбиров коронавирус ярҙамында үҙенең мөлкәтен арттырырға маташыусыларҙы, ялған мәғлүмәт таратыусыларҙы ҡаты яза тарттырасағын хәбәр итте. Ысынлап та, һуңғы ваҡытта төрлө хеҙмәттәр тәҡдим итеүсе "им-томсылар" бигерәк артҡан. Республика башлығы етди саралар күрәсәген белдерҙе.