Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2020, 11:52

Коронавирусҡа ҡаршы эш төркөмө булдырылды

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт советының коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса эш төркөмөн булдырҙы.
Уны Мәскәү ҡалаһы мэры Сергей Собянин етәкләйәсәк. Төркөмдөң башҡа ағзалары булып беренсе вице-премьер Андрей Белоусов, вице-премьерҙар Татьяна Голикова һәм Дмитрий Чернышенко, һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы етәксеһе Денис Мантуров, транспорт министры Евгений Дитрих, президент ярҙамсыһы Игорь Левитин һәм башҡалар тора. Документта коронавирус теркәлгән төбәктәр башлыҡтарына төркөмдөң эшендә әүҙем ҡатнашырға тәҡдим ителә.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда донъяны ялмап алған яман һалыу менән ауырыу осрағы теркәлмәгән. Был хаҡта йома көнө, 13 мартта, киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре менән ошрашыу барышында һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Роспотребнадзор, Гигиена һәм эпидемиология үҙәге, 4-се инфекция клиник дауаханаһы етәкселәре белдерҙе.
Читайте нас: