Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2020, 21:15

"Барыҫ" һәм "Йокерит" плей-оффта уйнамаясаҡ

Юлаевсыларға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ...

Ҡурҡыныс афәт таралыуын дауам итә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы илдең барлыҡ сиктәре лә ябылып бөтөп бара. Шунлыҡтан Ҡаҙағстандың "Барыҫ" һәм Финляндияның "Йокерит" хоккей командалары Рәсәйгә инеү хоҡуғын юғалтты, улар өсөн быйылғы миҙгел тамам.
Иң мөһиме, Башҡортостанда коронавирус менән ауырыу осраҡтары теркәлмәгән. Юлаевсылар Ҡаҙандың "Аҡ барыҫ"ы менән тамашасыһыҙ ғына уйнаясаҡ, әлегә Өфө клубы Ҡаҙан-аренала күнекмәләр үткәрергә йыйына. Уңыштар теләйек уларға!
Читайте нас: