Кеҫә телефоны яңы сыҡҡан мәл. Бер инәйгә икенсе инәй сәйгә килә. Оҙаҡ ҡына ғәпләшеп ултырғандан һуң, хужабикә телефонына күҙ һала ла хафалана башлай:
- Ой, әттәгенәһе, ни булды икән. Килендән "неприятный вызов" тигән яҙыу килгән. Улым ҡырҙа эшләй, әллә бер нәмә булдымы икән?
Сәбәләнгән ҡатынды тынысландырырға теләп, әхирәте телефонын алып үҙе уҡып ҡарай. Унда НЕПРИНЯТЫЙ ВЫЗОВ тип яҙылған була...
Беҙҙә һуғыш ветераны йәшәне. Fүмере буйы күрше ятҡан Васильевка ауылынан ат менән почта ташыны, шунан пенсияға сыҡты. Йыуаш, әҙәпле, йомшаҡ һүҙле ине ул. Эргә-тирәһендәгеләргә ҡатырғанып, төрпө өндәшеүен хәтерләмәйем. Бер заман ҡарсығы бының теңкәһенә тейә башлай, сабырлығын юйҙыра, түҙемен өҙә. Бабай, яһилланып әбейен ҡаты ғына итеп бәргесләп алырға хәл итеп әҙерләнеп бөткәс, тегеһен етәкләп өйгә индерә лә мөйөшкә ҡыҫырыҡлап дебет шәл менән елпетә башлай, үҙе ыңғайы бер хәстәрлекле һамаҡлай икән: «Хәҙисә, мин һуҡҡанда абайла, шәлдең сәсәге күҙеңә тейеп ҡуймаһын!.. »
Ул саҡта ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһында эшләп йөрөгән мәл. Эшкә барышлай күрәм, Ишҡәле өс көн буйы «Урал»мотоциклын ремонтлап аҙапланды, шунан тағы ике көн тоҡандыра алмай этләнде. Төшкө аштан һуң ағайҙың өйө тапҡырынан үтешләй мылтыҡтан ат-ҡан тауыш ишеттем. Бер аҙҙан ҡапҡа ауыҙында хужа үҙе күренде. Ул талсыҡҡан кешеләй баҡса ултырғысына барып аушайҙы, тәмәке тоҡандырҙы. Янына барып сүктем, хәлен белергә итеп һораным:
—Мотоциклың, ниһайәт, ут алдымы?
Ишҡәле тәмәкеһен быҫҡытып вайым-һыҙ ҡул һелтәне:
—Мотоцикл тигән нимә юҡ инде, ҡустым, ул үлде…
—Нисек?
—Мин уны аттым!