11 – 13 мартта Башҡортостан ойошмалары делегацияһы Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нур-Солтанда "AgriTek&FarmTek Astana" 15-се халыҡ-ара махсуслаштырылған ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша.
Сараның тәүге көнө республикабыҙ эшҡыуарҙары өсөн уңышлы үтте. Ҡаҙағстан, Төркиә һәм Германия компаниялары вәкилдәре менән 50-гә яҡын һөйләшеү уҙғарылған. Алдан әңгәмәләшеүҙәр сиктәрендә сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ һәм малсылыҡ продукцияһы, минераль ашламалар менән тәьмин итеү тураһында килешеүҙәр төҙөлгән. Бигерәк тә “ПодшипникМаш” ремонт-етештереү предприятиеһының комбайндары менән ҡыҙыһыныусылар күп.
Бынан тыш, Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы сауҙа вәкиле Максим Кочетков һәм "РЭЦ" акционерҙар йәмғиәтенең Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан биләмәһендәге экспорт сауҙа кәңәшсеһе менән осрашыуҙа башҡорт компанияларының Ҡаҙағстан баҙарына сығарыу мәсьәләләре ҡаралды.
Күргәҙмәлә Башҡортостандан алты ойошма ҡатнаша һәм юғары технологиялы ашлыҡ, биопрепараттар һәм минераль ашламалар, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар тәҡдим итә. Предприятиеларҙың коллектив стенды республикала Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге һәм Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты, “Башҡортостан Республикаһында экспорт үҫеше” һәм “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәтләндереү экспорты үҫеше” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.