Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2020, 18:09

ҺӨЙӨНСӨ! 200 процентлы «Көлкө кисәһе»!

ҺӨЙӨНСӨ! 200 процентлы «Көлкө кисәһе»! 1 апрель. Башҡорт дәүләт филармонияһы, Ҙур зал – «Һәнәк» юмористик-шоу программаһы. Халыҡты тормош мәшәҡәттәренән бер-аҙ арындырып, йәнләндереп, кәйефтәрен күтәреп ебәреү ниәтендә ойошторолған хәтәр шәп тамаша!

ҺӨЙӨНСӨ! 200 процентлы «Көлкө кисәһе»! 1 апрель. Башҡорт дәүләт филармонияһы, Ҙур зал – «Һәнәк» юмористик-шоу программаһы. Халыҡты тормош мәшәҡәттәренән бер-аҙ арындырып, йәнләндереп, кәйефтәрен күтәреп ебәреү ниәтендә ойошторолған хәтәр шәп тамаша!
Арыу-талыу белмәй, күңел йылыһы, күтәренке кәйеф һағында тороусы юмористар, йырсылар, бейеүселәр хатта яҙыусылар Халыҡ-ара көлкө көнөнә башкорт телендә нәшер ителеүсе сатирик журнал «Һәнәк» менән берлектә уртаҡ проект тәҡдим итә. Ретро-юмор, пародиялар, монологтар, шаян йырҙар һәм бейеүҙәр тик күтәренке кәйефле, шаярыу яратҡан һәм ҡабул итә белгәндәр өсөн генә тәғәйенләнгән.
Эстрадабыҙ был өлкәлә уңышлы ижад итеүсе сәхнә оҫталарына бай. 1 апрель уларҙың иң-иңдәре филармония сәхнәһенә сығасаҡ. Гөлзәмиә Ситдикова, Лилиә һәм Хәлит Фатыховтар, Фаяз Йәнтүрин һәм Зөлфиә Әхмәтова, Алмас Әмиров, Хәким Мортазин һәм башҡалар көнүҙәк мәсәләләрҙе фашлап, кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сатира һәм юмор аша уңышлы күрһәтергә, ҡыҙыҡлы пародиялары, интермедиялары менән тамашасыны көлдөрөргә күптән әҙер.
Дәртһеҙҙәрҙе дәртләндерер, күңелдәргә йәм өҫтәр тамашаға ял итергә, дауаланып йән һәм тән сихәте алырға ашығығыҙ, дуҫтар! Бер минут көлөү бер сәғәткә ғүмерҙе оҙайта, тип әйтәләр. Шулай булғас 1 апрель – “Һәнәк” юмаристик шоуына билеттар алырға ашығығыҙ!
Ишетмәнем тимәгеҙ, ишетегеҙ! Күрмәнем, тип үкенгәнсе – килеп күрегеҙ!
ХАҠЫ: 100-500 һум
КАССА: (347) 250-77-72, bashgf.ru
Читайте нас в