Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2020, 15:02

Мостай Кәрим ошолай буламы?

Һамар өлкәһендәге бер осрашыуға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим бара алмағас, тиҙ арала кеше табып булмағанлыҡтан, шағир Дамир Шәрәфетдиновты ебәрәләр.

Бөйөк яҙыусы
Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов бер редакцияға керә. Кабинетта ултырған журналист, бойоҡ төҫ менән:
– Марат ағай, ишеттегеҙме әле, Фазыл Искәндәр вафат булған икән... – тип хәбәр һала.
– Эйе, ишеттем, бөйөк яҙыусы ул, – ти Марат ағай. – Бына, минең дә аяҡтар һыҙлап тора әле...
Мостай Кәрим ошолай буламы?
Һамар өлкәһендәге бер осрашыуға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим бара алмағас, тиҙ арала кеше табып булмағанлыҡтан, шағир Дамир Шәрәфетдиновты ебәрәләр. Бер нисә көндән Мостай ағай Яҙыусылар союзына килеп, былай ти: “Мостай Кәрим ошолай буламы икән тип, Дамирҙы тотоп-тотоп ҡарағандар икән...”
Читайте нас: