Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2020, 11:38

Конституцияға етди үҙгәрештәр индерелде

Рәсәй Президенты Владимир Путин Конституцияға Рәсәй Президенты мөҙҙәтен яңыртырға мөмкинлек бирә торған төҙәтмәләргә үҙ фекерен белдерҙе.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Конституцияға Рәсәй Президенты мөҙҙәтен яңыртырға мөмкинлек бирә торған төҙәтмәләргә үҙ фекерен белдерҙе. Дәүләт Думаһы Конституциялағы ошо һәм башҡа үҙгәрештәр тураһындағы закон проектын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Хәҙер төп ҡанунға индерелгән төҙәтмәләрҙе Федерация советы ҡараясаҡ, ә һуңынан инде документ халыҡ ҡарамағына сығарыла.
Ил башлығы Конституциянан Президент сроктары һаны буйынса сикләүҙәрҙе бөтөрөүгә ҡаршы. Шулай уҡ ул Дәүләт думаһына ваҡытынан алда һайлауҙар үткәреүҙә ихтыяж күрмәйем, тип белдерҙе.
Конституцияға үҙгәрештәр тураһындағы закон проектына президент сроктарын бөтөрөү тураһындағы төҙәтмәләрҙе индерергә "Берҙәм Рәсәй"ҙән депутат Валентина Терешкова тәҡдим иткәйне.
Шулай итеп, Рәсәйҙә тотороҡлоҡ дауам итәсәк, 2024 йылдан Владимир Путин Рәсәй менән етәкселек итеүен дауам итәсәк... Хәйер, Владимир Путин,2024 йылға тиклеп күп яҡшы нәмә эшләп өлгөрөрбөҙ, унан күҙ күрер тип белдерҙе.
#ВладимирПутин
Читайте нас: