"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ул хеҙмәткә һәләтле халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүҙе, беренсе медик-санитар ярҙам күрһәткән медицина ойошмаларында белгестәргә ҡытлыҡты яйға һалыуҙы, граждандарға кәмендә йылына бер тапҡыр иҫкәртеү медицина тикшереүе үткәреүҙе һ.б. тәүмаҡсат итеп ҡуя.
2019 – 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу сығым бүлеү планлаштырылған.