Ағиҙел
-4 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2020, 21:35
УРА! ЕҢДЕК!
#Ағиҙелжурналы #СалауатЮлаев
Һәр бер еңмәү -
Ул еңелеү түгел.
Була аҡланғаны уның да.
Һиҙҙегеҙме,
Беҙҙе берҙәмлеккә
Этәрҙегеҙ ошо уйында.
Йәш араһы, енес айырмаһы,
Сәйси һәм матди һорауҙар
Ситкә күсте.
Кемдер эстән яна,
Йә һөрәнләй:
“Туҡта!”,
“Алға бар!”
Салауаттың йөҙө ҡыҙарманы
Ысын егеттәрсә алыштан.
Беҙҙекеләр түгел башын эйгән,
Түгел улар артыҡ ҡалышҡан.
Йәндә моңһоу бер яҡтылыҡ ҡына.
Үпкә, ғәрлек хисе юҡ унда.
...Ҡай саҡ була икән
Еңмәйсә лә,
Еңеү яулап ҡыҙыу уйында.
#Ағиҙелжурналы #СалауатЮлаев
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?