Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2020, 11:47

"Кәрәк саҡта Советтар Союзының ҡаһарманлығын ҡабатлай алабыҙ"

#ВладимирПутин

Гитлер Германияһының Советтар Союзына һөжүмен ҡабатларға йөрьәт иткән теләһә ҡайһы агрессорға Рәсәйҙең яуап бирергә әҙер буласағын белдерҙе Президент Владимир Путин.

– Советтар Союзы нацистар Германияһы яғынан бик ҡурҡыныс, ҡот осҡос һөжүмгә дусар булды, беҙ 27 миллион кешене юғалттыҡ. Донъяла бындай юғалтыу кисергән бер генә ил дә юҡ. Берәйһе шуға оҡшаш аҙымға барырға батырсылыҡ итһә, ҡабатлай алабыҙ, – тип ышандырҙы дәүләт башлығы ТАСС-ҡа биргән интервьюһында.

Ул Рәсәйҙең бер ҡасан да һуғыш яҡлы булмауын белдерҙе. "Рәсәй етәкселеге алдында бер ҡасан да мәсьәлә киҫкен тормай, беҙ бер кем менән дә һуғышырға теләмәйбеҙ", – тип өҫтәне Президент.

"Ҡабатлай алабыҙ" тигән яҙыу совет һалдаттарының береһе 1945 йылдың майында Рейхстаг диуарҙарында шундай яҙыу ҡалдырғандан һуң, билдәлелек алды. Ул фоторәсемдәргә, кинохроникаға бик күп тапҡырҙар төшөрөлгән. Аҡбур менән яҙылыу сәбәпле, ул һаҡланмаған. Кем яҙыуы билдәһеҙ.
#ВладимирПутин
Читайте нас: