Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2020, 13:17

Һәҙиә Дәүләтшина тәрилкәһе 15 мең һумға! Бер генә данала!

Ни бары кемдер кеҫәһен ҡалынайтырға теләгән, күрәһең.

Һарытауҙа "Авито" сауҙа селтәрендә билдәле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина төшөрөлгән тәрилкәне һатыуға ҡуйғандар. "1951 йылда махсус заказ буйынса эшләнгән берҙән-бер тәрилкә, билдәһеҙ сәбәптәр буйынса адресатҡа барып етмәгән", - тиелә иғланда. "Ҡомартҡы"ның хаҡы - 15 мең һум.
Билдәле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Һәҙиә Дәүләтшинаға был тәрилкәнең бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ. Башҡорт әҙибәһе был ваҡытта аҡланмаған, уның данлыҡлы "Ырғыҙ" романы нәшер ителмәгән була әле. Ни бары кемдер әҙәпһеҙ рәүештә кеҫәһен ҡалынайтырға теләгән, күрәһең.
Читайте нас: