Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март 2020, 20:22

Учалыны бар Рәсәйгә танытты!

"Лучше всех" тапшырыуын ҡаранығыҙмы?

Учалынан 4 йәшлек Роман Мөслимов "Лучше всех" тапшырыуында барыһын да таң ҡалдырҙы.
Кескәй яҡташыбыҙ үҙенең иҫ киткес яҡшы хәтере, аҡыллы, ихлас булыуы менән Максим Галкинды ла, тамашасыларҙы ла һуштан яҙҙырҙы. 3 йәшендә үк уҡырға өйрәнгән Роман Михаил Лермонтовтың "Бородино" шиғырын яттан һөйләне һәм бер тапҡыр ҙа яңылышманы. Малай оҙон шиғырҙарҙы еңел генә иҫендә ҡалдыра икән. Ҡартинәһе Роза Рәхим ҡыҙы Мөслимова — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Учалыла абруйлы уҡытыусы. Шуға һәләтле малайҙың ғәжәп матур итеп шиғыр һөйләүенә аптырайһы түгел.
Маладис, Роман!
Читайте нас: