Ағиҙел
-4 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март 2020, 21:19
Суши ашағанда һаҡ булығыҙ!
Шул япондарҙың милли тәғәмен ашап ағыуланыусылар күбәйҙе. Байрам көндәрендә бер хеҙмәттәшебеҙ суши ашап ауырып...
Шул япондарҙың милли тәғәмен ашап ағыуланыусылар күбәйҙе. Байрам көндәрендә бер хеҙмәттәшебеҙ суши ашап дауаханаға эләккән, тиҙерәк йүнәлеп сығырға насип итһен!
Күптәр уны ҡабатланмаҫ тәме, туҡлыҡлы булыуы өсөн ярата.
Бөтә яҡлап диңгеҙҙәр менән уратылған Япония халҡы йыл әйләнәһенә яңы ғына тотолған балыҡ менән һыйланып йәшәй ала: уны алдан туңдырып һаҡлау ихтыяжы юҡ. Ә диңгеҙ балығын илебеҙ төбәктәренә еткерер өсөн 40 градустан түбән температурала өс-дүрт сәғәт эсендә туңдырырға кәрәк. Артабан инде балыҡ сифаты уны ташыусы, һаҡлаусы ойошмаларҙың һәм, әлбиттә, унан ризыҡ әҙерләүселәрҙең намыҫына бәйле.
Урам һайын тиерлек һатылған ролл һәм
суши
ҙа паразиттар һәм гельминттар бихисап. Ағыуланыу билдәләре бер төрлө. Ғәҙәттә, улар зарарланған
суши
ҙы ашағандан һуң бер нисә сәғәт үткәс, ҡайһы бер осраҡта бер нисә көндән беленә. Паразиттарҙың йәшәү эшмәкәрлеге ҡалдыҡтары бөтә организмға тарала. Температура 39 градусҡаса күтәрелеүе ихтимал. Эс ауырта, ҡабара, уҡшыта, ҡоҫтора, эс китә. Тән ватылып-ҡыйралғандай, дөйөм хәлһеҙлек солғай, тирелә сабыртма сығыуы, ҡоро йүтәл быуыуы мөмкин. Ваҡытында, еренә еткереп дауаланғанда кеше тиҙ һауыға.
Ләкин ҡул һелтәп ҡарау ауыр эҙемтәләргә килтерә. Ашҡаҙан-эсәк юлының хроник ауырыуҙары көсәйә, эсәктәрҙә файҙалы микрофлора боҙола, ҡатмарлы бөйөр сирҙәре барлыҡҡа килеүе, бауыр эренләп шешеүе һәм яйлап тарҡалыуы, үт ҡыуығында таштар хасил булыуы мөмкин. Паразиттар тиҙ үрсеүе менән ҡурҡыныс. Организмда уларҙың тиҫтәләрсә йылдар буйы йәшәп, ныҡ итеп үрсеүенән кешенең ҡаты сиргә һабышыу осраҡтары бар. Шуға күрә табипҡа мөрәжәғәт итеүҙе һис кенә лә һуҙырға түгел.
Сушиҙы яратҡан кеше уны айына бер булһа ла ашап тора, хатта уны ашамай мөмкинме ни тип тә ебәрәләр. Шуға был ризыҡты һыналған урындан алырға һәм һаулығығыҙға иғтибарлыраҡ булырға онотмағыҙ, дуҫтар!
"Башҡортостан ҡыҙы" мәғлүмәттәре ҡулланылды.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?