Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март 2020, 11:46

Рәсәй мәғарифы юғары кимәлдә, сит илдәр беҙҙең йәштәрҙе ҡыуанып көтөп тора

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин йәш белгестәргә үҫеш мөмкинлектәрен киңәйтергә, эш урындарын арттырырға һүҙ бирҙе.
"Владимир Путинға 20 һорау" әңгәмәһендә: "Йәштәрҙең яртыһы сит илдәргә китергә теләй", - тип хәбәр итте ТАСС журналисы. Владимир Путин күп социаль һорауламаларҙың дөрөҫлөккә тап килмәүен әйтте. Уның һүҙҙәренсә, һуңғы ваҡытта йәштәр тыуған иленә ҡайтырға ынтыла. Был осраҡта Рәсәй мәғарифы өсөн ҡыуанырға була, икенсенән, ултырып иларға мөмкин.
Левада үҙәгенең 2019 йылғы мәғлүмәттәренә ярашлы, йәштәрҙең (18-24 йәш) 53 проценты ситкә китергә теләүен белдергән.
Барыһын да ҡалдырып та булмай. Шулай ҙа Рәсәй Президенты был эшкә ныҡлап тотонасаҡ, йәш белгестәргә яңы мөмкинлектәр асылыуын көтөргә ҡала.
#ВладимирПутин
Читайте нас: