Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март 2020, 19:09

Илдар Абдразаҡов коронавирус ҡорбаны булған

Талантлы яҡташыбыҙҙы Хоҙай үҙе һаҡлаһын!

Францияның матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, данлыҡлы яҡташыбыҙ, опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов коронавирус ҡорбаны булған.
Ярай әле, журналистар яңылышҡан булған, улар Илдар Абдразаҡов үҙе коронавирус эләктергән тип аңлаған. Яҡташыбыҙ был мәғлүмәтте инҡар иткән һәм сәбәптәрен аңлатҡан.
— Иң тәүҙә тамашасыларыма шуны еткерәм: мин һәм Миланда йәшәүсе минең концертмейстерым Мзия Бахтуридзе һау-сәләмәтбеҙ! Covid 19-ға бәйле сикләүҙәр индерелеүгә бәйле, Бордолағы концертты кисектерҙек. Үҙем сирләмәһәм дә, индерелгән сикләүҙәр миңә һәм минең менән эшләгән пианистҡа Бордоға юлды ябып торҙо. Концерт хаҡында һуңыраҡ хәбәр итербеҙ. Миңә бик йәл ", — тип яҙған Илдар Абдразаҡов Instagramдағы сәхифәһендә.
Читайте нас: