Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март 2020, 12:26

Өфө юлдарында соҡор-саҡырҙарҙы йүнәтеү өсөн махсус асфальт ҡулланыласаҡ

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты сиктәрендә 24,3 мең тонна ваҡ бөртөклө һәм 1,5 мең тонна ҡуйы асфальт әҙерләнелгән. Ваҡ бөртөклө асфальт юлдарҙа барлыҡҡа килгән соҡор-саҡырҙарҙы тултырыу өсөн үтә лә шәп. Ләкин уның менән ҡоро һәм йылы көндәрҙә генә эшләп була. Ә инде ҡуйы асфальт менән юлды ҡышын да йүнәтергә мөмкин.
Быйыл ҡыш берсә һыуыҡ, берсә йылы булды, бына шуның арҡаһында юлдағы соҡорҙар барлыҡҡа килә лә инде. Был йәһәттән ваҡ бөртөклө асфальт бик ҡулай буласаҡ. 15 февралдә Өфөлә юлдарҙы йүнәтеү башланды. Бөгөнгө көндә 4,7 мең квадрат метр майҙанда 770 мең тонна асфальт һалынған.
Читайте нас: