Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март 2020, 13:29

Бәхәс-алыш — ҡара пиар

Популяр йырсы Радик Юлъяҡшин үҙенең хеҙмәттәшенән ғәфү үтенде.

Ике башҡорт йырсыһының бәхәсе тынырға уйламай. Әле Элвин Грей ғәфү үтенеп, Инстаграм селтәренә асыҡ хат һалды. Баҡтиһәң, был алыш интернет киңлектәрендә, Инстаграм, "Бәйләнештә"лә генә бара икән. Радик яҙыуынса, Салауат Фәтхетдинов телефонын алмай, хаттарға яуап яҙмай. Шулай булғас, ул ниндәй бәхәс-алыш булһын?
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Радик Юльяҡшиндың йырлауы Салауат Фәтхетдинов тарафынан тәнҡиткә дусар ителеп, был ике йырсы араһында күптән низағ сыҡҡайны.
Бәхәс, алыш... Был һүҙҙәрҙең артында тағы ла ҙурыраҡ билдәлелек яуларға ынтылыу, халыҡты йәлеп итеү тора. "Ҡара пиар" тигәнең ошо булып сыға инде. Хәйер, үҙебеҙҙең Радик ҡалышмаһа, шул еткән.
Читайте нас в