7 мартта Ҡаҙағстандың Аҡмулла өлкәһендә йөк поезы юл буйында йөрөгән 37 атты төкөгән.
Фажиғә хаҡында хоҡуҡ һаҡсылары бөгөн генә хәбәр иткән. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре дауам итә. Йылҡы көтөүсеһенә ике миллион һумдан ашыу штраф һалынған.
Башҡортостанда ла, айырыуса Баймаҡ районында, машиналар аттарҙы йыш төкөп тора. Бер нисә тапҡыр баш ҡалаға юлланған пассажирҙар һәләк булды. Был йәһәттән тейешле закон тиҙерәк ҡабул ителһә ине.