Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Март 2020, 14:23

Тикшереү. Шахматсы яҙыусылар

#Ағиҙелжурналы

Матбуғат йортонда сеанс биргәс, мин Сибайға ҡайттып киттем. Бер айҙан Өфөгә килһәм, Матбуғат йорТоноң коридорында "Ҡыҙыл таң" гәзитенең әҙәбиәт
бүлеге мөдире, шағир Фәрит Ғәбдрәхимде тап иттем.
- Наил, ин әле, - ти был.
Индек.
- Һин бында шахмат буйынса сеанс биргәнһең икән, мин командировкала булып ҡалдым. Әйҙә, бер партия уйнайыҡ әле.
- Ағай, минең ваҡытым юҡ, - тим.
- Бер генә партия!
- Ярай, тик мин ладьяһыҙ уйнайым.
- Юҡ, тигеҙ уйнайбыҙ. Мин дә апаруҡ уйнайым бит.
- Тигеҙ көйө уйнамайым. Миңә ҡыҙыҡ түгел.
- Ярай, улайһа. Уйна ладьяһыҙ.
Мин еңдем.
- Ысынлап та арыу уйнайһың икән, - тигән булды күңеле төшкән ағай.
Наил Ғәйетбай.
Читайте нас: