Кисә Төркиә Президенты Рәжәп Эрдоган Мәскәүгә килеп ҡайтты. Рәсәй Президенты Владимир Путин менән бик етди темаға - Сүриәлә тыныслыҡ урынлаштырыу тураһында һөйләштеләр.
Әле Сүриәнең Идлиб биләмәһендә ҡан ҡойош бара. Сүриә ғәскәрҙәре Төркиәнекен утҡа тота. Рәжәп Эрдоган Рәсәй Президенты менән осрашыуында был һуғышты туҡтатыуға өмөтләнеүен белдергән. Владимир Путин, әлбиттә, һуғыш яҡлы түгел.
Һөйләшеү 6 сәғәткә яҡын дауам итте. Рәсәй башлығы Төркиә халҡының ҡайғыһын уртаҡлашыуын белдерҙе һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең яҡшы булыуына таянып, хәлдең ыңғай хәл ителәсәген хәбәр итте.