Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Март 2020, 12:40

Луганск еренә рәхмәтлебеҙ

#Ағиҙелжурналы #МиңлеғәлеШайморатов

Луганск ерендә легендар батырыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәп бар.

Петровск ҡалаһындағы 22-се мәктәп 2016 йылдан Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Ҡалала Ватанды һаҡлаусылар көнөндә "Беҙ иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ" тигән исем аҫтында митинг уҙғарылған. Уны Петровскиҙы һаҡлағанда һәләк булған генерал-майор, халҡыбыҙҙың бөйөк улы Миңлеғәле Шайморатов иҫтәләгенә бағышлағандар.
Легендар батырыбыҙҙы онотмаған, ихтирам иткән Луганск халҡына сикһеҙ рәхмәт.
Читайте нас: