Ағиҙел
-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Март 2020, 12:31

Өфөлә тағы бер балалар баҡсаһы асылды

#Башкортостан; #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Өфө районы Дмитриевка ауылында яңы балалар баҡсаһы сафҡа инде. “Мәғариф” милли проекты буйынса төҙөлгән балалар баҡсаһы 260 урынға иҫәпләнгән. Мәғариф учреждениеһында балалар 11 төркөмдә тәрбиәләнәсәк. Уларҙың көндәлеген хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итеп ойошторор өсөн бинала бөтә уңайлы шарттар булдырылған.
Ял, уйын, йоҡо бүлмәләре, спорт залы – учреждениеның һәр майҙансығы видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Бында бөтә түңәрәктәр һәм дәрестәр балаларҙың ижади һәләттәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә йүнәлтеләсәк. Малай-ҡыҙҙарҙың көндәлеген хәүефһеҙ һәм күңелле ойоштороуға ла көслө иғтибар бүленә. Тәрбиәләнеүселәрҙең сәләмәтлеге һәм кәйефе – даими күҙәтеү аҫтында буласаҡ.
Башҡортостандың 2024 йылға тиклем ҡаралған үҫеш стратегияһына ярашлы, республикала 3 йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн балалар баҡсаһына сираттарҙы бөтөрөү күҙаллана. Быйыл ғына 24 яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениһы сафҡа инәсәк.
Читайте нас в