Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2020, 17:30

"Мин һиңә саҡ ҡына башыңды эшләтеүеңде теләйем"

Беҙҙекеләр һәр саҡ алда! Тик үҙ-ара ыҙғышмаһындар ине шул...#Ағиҙелжурналы

Татарстандың иң билдәле йырсылары исемлегендә Радик Юлъяҡшин менән Салауат Фәтхетдинов иң алда. Тик ниңәлер һаман уртаҡ тел таба алмайҙар, етмәһә, икеһе лә – бер милләттән.
Ыҙғыш өс йыл элек үк башланғайны. Унда Элвин Грей йырсыға: "Өфөлә һәм Ҡаҙанда кем күберәк тамашасы йыйыр", – тип тикшерергә тәҡдим итте. Оҡшатманы быны Салауат Фәтхетдинов. Әле ул Радикка: "Өлкәндәрҙе хөрмәт итергә кәрәк, балаларса ҡыланма. Мин һиңә саҡ ҡына башыңды эшләтеүеңде теләйем", – тип мөрәжәғәт иткән.
Хәйер, улар икәүһе лә Ҡаҙанды күптән яулап бөткән. Йырсылар донъяһында була торған хәлдер, берәй ваҡыт яйын табырҙар әле.
Читайте нас: