Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2020, 12:20

Владимир Путин Һаҡлыҡ банкыһы идараһы рәйесе Герман Греф менән осрашты

860 миллиард һум таҙа табыш!#ВладимирПутин

Г. Греф хәбәр итеүенсә, уҙған йыл банк өсөн бик уңышлы булған. Рәсәй стандарттары буйынса Һаҡлыҡ банкыһы 860 миллиард таҙа табыш алыуға ирешкән. Халыҡ-ара стандарттар буйынса һөҙөмтәләр бер аҙ һуңыраҡ яһаласаҡ. Ә быйыл ғинуар айында уҡ 80 миллиард һум таҙа табыш алынған. "Был, әлбиттә, ҙур эш һөҙөмтәһе, сығымдарҙы ҡыҫҡартыу менән беҙ яңы технологияларҙы бик күп индерҙек", — тине Һаҡлыҡ банкыһы идараһы рәйесе.
Владимир Путиндың: "Йылдан йылға артыу шулаймы?" — тигән һорауына ул: "14 процент артыу", — тип яуап бирҙе. Әммә бөгөн ойошмаларҙың кредит портфеле үҫмәй. Беҙҙең һум курсын иҫәпкә алғанда, ойошмаларҙың, юридик заттарҙың кредит портфеле яҡынса бер ярым процентҡа кәмегән. Ә физик заттар буйынса портфель яҡшы үҫә. Дөйөм алғанда, беҙ клиенттар өсөн сервистар күләмен шаҡтай арттырабыҙ һәм беҙҙең экосистема тирәһендәге сервистар беҙҙең клиенттар үҫешенә ҙур өлөш индерә".
Бөгөн банкта урта һәм кесе бизнес өсөн 20 процентлы кредит ете минут эсендә автомат рәүештә бирелә. Банк етәкселеге был өлөштө яҡынса 80-90 процентҡа ҡәҙәр еткерергә теләй һәм дөйөм алғанда 2023 йылға ҡәҙәр был күрһәткес 100 процентҡа етәсәк, тип билдәләй.
Эшҡыуарҙар өсөн банк тарафынан барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Улар "Сбербанк бизнес онлайн" ҡушымтаһында ниндәй продукт кәрәк, кредит мөҙҙәтен үҙҙәре һайлай ала. Был яйлы, бер ҡайҙа йөрөргә, бер ниндәй сираттарға торорға, банкирҙар менән аралашырға кәрәкмәй. Ахыр сиктә, видеочат бар, клиент менеджер менән һәр ваҡыт был хаҡта фекер алышырға мөмкин.
Уҙған йылда Мәскәү ҡалаһы хакимиәте менән берлектә уртаҡ предприятие төҙөлгән. Баш ҡала халҡы өсөн сервис, хеҙмәтләндереү бушлай буласаҡ.
#ВладимирПутин
Читайте нас: