«Мотоциклдан эшләнем, двигателен «инвалидка»нан алып ҡуйҙым: иретеп йәбештерҙем, оҙонайттым, нығыттым. Тәгәрмәстәре «Урал» машинаһы камераларынан эшләнгән, дисктары — «Жигули»ҙан. Теләк һәм ҡулдар ғына булһын. Бысраҡта ла, ҡар яуғанда ла йөрөйбөҙ. Эшкә барыу проблема түгел, ә машиналар ҡайһы саҡта үтә алмай», — ти Тирлән Кулибины.